Яңы йыл ҡайҙа, ҡасан килә? Ошо һорауға яуап эҙләп үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре 5 ғинуар хеҙмәт ветерандары өсөн «Аяҡ баҫһын Әтәс йылы бәхет нурҙары менән!» исемле ял кисәһе ойошторҙо.
Һәр илдең үҙенең тылсымлы Яңы йыл килтереүсеһе бар. Беҙҙә уны Ҡыш бабай алып килә. Ә бына Америкала – Санта-Клаус. Үзбәк халҡында түбәтәй кейгән Ҡар баба, молдавандарҙа Ҡаракүл бүрекле Мош Джерилэ бүләк һәм күстәнәстәр тарата. Баббо Натале – итальяндарҙың Ҡыш бабайы. Италияла, Яңы йылды иҫкенән ҡотолоп ҡаршы алырға кәрәк, тип иҫәпләйҙәр.
&
...
Читать дальше »