Физкультура һәм спортҡа һөйөү тәрбиәләү,сәләмәт тормошта йәшәү өлгөһөн тәҡдим итеү маҡсаты менән Байғусҡар ауылы китапханаһында спорт байрамы булып үтте. Сара китапханасының әңгәмәһе менән башланып китте. Әңгәмә барышында Олимпиада уйындарының төп маҡсаты, эмблемаһы, девизы тураһында һүҙ барҙы. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан спорт байрамында ауыл халҡы, каникулдағы студенттар, мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.Саңғы ярышы, пневматик мылтыҡтан
атыу, гер күтәреү, дартс ярышы, скакалка менән ярыш, армрестлинг ярышы,
шахмат ярыштарында барыһы ла сәмләнеп ярышты. Байрамдың һуңында
еңеүселәргә Маҡтау грамоталары һәм кескәй бүләктәр тапшырылды. Сара барыһына ла оҡшаны. Байрамда 50 кеше ҡатнашты.
|