Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | Каталог статей | Регистрация | Вход
 
«6+» Четверг, 02.05.2024, 16:10
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Категории раздела
Периодические издания [10]
Бюллетень новых поступлений [10]
Электронные издания [14]
Библиографические издания [5]
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » Статьи » Читателям » Бюллетень новых поступлений

Яңы китаптар

- Буләкбаева-Биргәнова,Г.М.

        Әфлисун тәме: шиғырҙар,хикәйәләр [Текст]/Г.М. Буләкбаева-Биргәнова.-Өфө: Китап,2012.-96 бит.

(Был китапҡа йәш авторҙың кесе һәм урта йәштәге мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән ҡыҙыҡлы шиғырҙары һәм фәһемле хикәйәләре инде.Уның геройҙары тирә-яҡ мөхиткә эскерһеҙ бала күҙе менән бағып, донъяны үҙенсә танырға, дөрөҫ һығымталар яһарға өйрәнә.Яҙыусының ижады кескәй дуҫтарыбыҙҙың куңеленә хуш килер,тип уйлайбыҙ).

- Ғайсарова-Ғиззәтуллина, Г.М.

        Йәшәргә ваҡыт, повестар, хикәйәләр һәм эсселар [Текст]/ Г.М. Ғайсарова-Ғиззатуллина.-Өфө:Китап,2012.-352 бит.

(Артабан йәшәргә бөтөнләй теләгең ҡалмағанда нисек үзеңә көс табырға? Ниңә бәхет йыш ҡына инде бер ниндәй ҙә өмөт юҡ һымаҡ тойолған саҡта килә? «Йәшәргә ваҡыт»  китабының геройҙары был һорауҙарға үҙ яҙмыштары менән яуап эҙләй.

        Әҫәрҙәр күңел нескәлеге, тәрән психологизм һәм фәлсәфә, тормошҡа өмөтлө ҡараш менән йәлеп итә).

- Зәйнуллин, Р.Р.

         Хыял иле: шиғырҙар, поэмалар [Текст]/ Р.Р. Зәйнуллин.-Өфө: Китап,2012.-88 бит.

(Автор ижадында тормоштоң,йәшәйештең асылын эҙләй, матурлыҡҡа, изгелеккә, камиллыҡҡа ынтыла, шиғриәттең кешеләрҙә йәшәүгә көс уятыу ҡеуәте бар, тип, раҫлай).

 - Ильясов, С.М.

         Ҡолой кантон. Тарихнамә [Текст]/ С.М.Ильясов.-Өфө: Китап,2012.-400 бит.

(2012 йылда илебеҙ 1812 йылғы Ватан һуғышы башланыуының 200 йыллығын билдәләй. Ошо ваҡиға айҡанлы Ҡолой кантон китабында автор тарихыбыҙҙың бығаса билдәле булмаған хәл-ваҡиғаларын сағылдыра. Бай мәғлүмәттәр,рухи мираҫ хәтеребеҙҙе яңырта, халҡыбыҙҙың асылы,булмышы,йәшәйәше тураһында тәрән уйландыра).

-Ҡунафин, М.С.

        Тәңре өрөк ҡапҡанда: хикәйәләр [Текст]/ М.С.Ҡунафин.-Өфө.- Китап,2012.-216 бит.

(Автор әҫәрҙәренең дә көнүҙәк заманса мәсьәләләрҙән башҡа, ер, рух мөхәббәт кеүек мәңгелек темаларҙы ла күтәрә).

-Нәжми, Нәжми.

       Һайланма әҫәрҙәр.II том [Текст]/.-Өфө:Китап,2012.-432 бит.

(Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең «Һайланма әҫәр» енең II томына төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары дүрт юллыҡтары,поэмалары һәм тәржемәләре тупланды.)

-Низамов, Рәшит.

       Һайланма әҫәрҙәр.II том: роман, повестар [Текст]/ Р.Низамов.-Өфө:Китап, 2012.-448 бит.

(Билдәле яҙыусы Рәшит Низамовтың «Һайланма әҫәрҙәр» енең II томында  «Тәңре улының шишмәһе» романы, «Аманат ҡылысы», «Танып ҡыҙы» повестары индерелде).

-Сафина, Ә.Ғ.

        Алъяпҡыслы малай: хикәйәләр, повесть [Текст]/ Ә.Ғ. Сафина.-Өфө: Китап,2012.-120 бит.

(Был китабында автор Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙағы ауыл тормошон, бигерәк тә үҫмер балалар иңенә төшкән ауыр,аяныслы көнкүреште сағылдыра).

-Хисамова, М.С.

       Ҡайҙа ҡастың ҡояшым? Шиғырҙар,йомаҡтар,әкиәттәр [Текст]/ М.С. Хисамова.-Өфө:Китап,2012.-148 бит.

-Әҙиптәр хаҡында хәтирәләр.(Муса Ғәли,Әмир Гәрәев,Яҡуп Ҡолмой,Зиннур Ураҡсин) [Текст].-Өфө: Китап,2012.-492 бит.

(Был йыйынтыҡҡа башҡорт әҙәбиәтенең арҙаҡлы вәкилдәре Муса Ғәли, Әмир Гәрәев,Якуп Ҡолмой һәм Зиннур Ураҡсин хаҡында ҡәләмдәштәре,замандаштарының хәтирәләре тупланды.Китапты әҙиптәрҙең хәләл ефеттәре Рәйлә Ғәлиева,Фәниә Гәрәева,Венера Ураҡсина,шулай уҡ Яҡуп Ҡолмойҙоң туғаны Миләүшә Ҡолмөхәмәтова һәм яҙыусы Әмир Әминев төҙөнө).

- Әминев,Ә.М.

         Ҡәләмдәштәргә һүҙ: һайланма мәҡәләләр,рецензиялар,сығыштар,әңгәмәләр [Текст]/ Ә.М. Әминев.-Өфө: Китап,2011.-264 бит.

(Был китапта Әмир Әминевтың төрлө йылдарҙа ҡәләмдәштәренең айырым әҫәрҙәрендә,йә дөйөм ижадында бағышланған рецензиялары,мәҡәләләре, Башҡортостан яҙыусылар союзының проза секцияһы рәйесе сағында съездарҙа,йыйылыштарҙағы сығыштары,шулай уҡ рәссамдар хаҡындағы фекерҙәре, әҙиптең үҙе менән әңгәмәләр урын алды).

-Әминев, М.М.

        Ожмах утрауы: юмористик хикәйәләр [Текст]/М.М.Әминев.-Өфө: Китап,2012.-120 бит.

(Автор үҙенең сатирик, юмористик хикәйәләрендә замандашыбыҙҙы оҫта һүрәтләй, тормоштағы етешһеҙлектәрҙе ҡыйыу тәнҡитләй. Халыҡсан, ябай тел менән яҙылған әҫәрҙәре уҡымлы һәм фәһемле).

-Әхмәтов, Р.Р.

       Эй, ағыла болот: роман, повесть,хикәйәләр [Текст]/Р.Р.Әхмәтов.-Өфө:Китап,2012.-328 бит.

(Авторҙың ауыл хужалығы белгестәре әҙерләү мастер-педагогы булараҡ әҙәбиәт һөйөүселәргә әйтер һүҙелә фәһемле һәм тос).

-Янышев, Ф.Ф.

        Аҡмулла аманаты: повестар,хикәйәләр,публицистика [Текст]/ Ф.Ф. Янышев.-Өфө.- Китап,2012.-352 бит.

(Яҙыусы Фәнис Янышевтың был китабына ингән әҫәрҙәре күренекле шәхестәрҙең,заман кешеләренең кисерештәре документаль факттарға һәм тормош ваҡиғаларына нигеҙләнеп бәйән ителә,яҙмыштарының һынылыш мәлдәре сағылдырыла).

- Ярмуллин, А.Ш.

         Башҡорт армияһы тарихынан [Текст]/А.Ш.Ярмуллин.-Өфө: Китап,2012.-280 бит.

(Был китап 1917-1919 йылдарҙағы Башҡорт милли хәрәкәтенең хәрби көсө,терәге булған, Башҡортостанға автономия яулаған Башҡорт милли армияһының данлы тарихына бағышланған.

          Бынан тыш китапта Башҡортостан Республикаһы милли музейы, Санкт-Петербург,Өфө архивтары фондтарында һәм ғаилә архивтарында һаҡланған башҡорт ғәскәрҙәренең алтмыштан ашыу фотоһүрәте тупланды.Китап башҡорт халҡының тарихы ҡыҙыҡһыныусы киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә).

Категория: Бюллетень новых поступлений | Добавил: Альфир (22.10.2012)
Просмотров: 1820 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz