3 декабрь Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә “Китап – рухи байлығыбыҙ” исемле яңы килгән китаптарҙан күргәҙмә ойошторолдо .Китап ул – сер. Тарихта бөтә халыҡтарҙың иң аҡыллы ,иң мөҡҡәдәс һүҙҙәре шул китаптарға теркәлгән, улар быуаттарҙан – быуаттарға, быуындарҙан - быуындарға күсеп, кешеләргә аң, ғилем, иман, матурлыҡ килтергән. Донъя күргән һәр яңы китап яңы мөғжизә ул. Китап тигән төшөнсә үҙе үк – бөйөк математикамы, химиямы, матур әҙәбиәтме, фәлсәфәме - бөтә кешелек рухының, цивилизацияның нигеҙе, асылы ул…
Кеше китап менән кеше булған һәм камиллашҡан, артабан да ул китап менән генә үҫәсәк. Китап күргәҙмәһендә Ринат Камалдың “Кеше драмаһы” романы, әҙәби нәфис баҫма, ХХ быуаттағы һағышлы ла, ғибрәтле лә тарих бәйән ителә. Айһылыу Йәғәфәрованың “Дала ҡыҙы” пьесаһында башҡорт яугирҙары тураһында һәм йәнтөйәк яҙмышы хаҡында һүҙ алып барыла. Түләк Ғирфановтың “Яҙмышымды яҙам” китабындағы геройҙар беҙҙең замандаштарыбыҙ. Лира Әхмәт- Яҡшыбаеваның “Халҡыбыҙ изгеләре” китабы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы дин әһелдәре, әүлиәләр хаҡында. Китап – рухи аҙыҡ. Уҡыған кеше зирәк тә, белемле лә, рухлы ла була. Беҙҙең китапханаға килегеҙ, яңы китаптар менән танышығыҙ.
|