Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | Регистрация | Вход
 
«6+» Вторник, 24.10.2017, 10:27
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 81
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2017 » Март » 24 » “Һүҙем йәшәр әле илемдә”
14:22
“Һүҙем йәшәр әле илемдә”

Халыҡтың йөҙөн һәм рухи көсөн кешеләрҙең нисә мең, миллион булыуы ғына билдәләмәй, милләтебеҙ көсө шәхестәрҙең күп булыуынан тора. Шундай шәхестәребеҙҙең береһе, туған иленә, киләһе быуынға бай ижад ҡалдырыусы, халҡыбыҙҙың яратҡан шағиры, талантлы һүҙ оҫтаһы Рәми Ғарипов.

Шағирыбыҙҙың 85 йыллыҡ юбилейына арналған асыҡ республика шиғыр һөйөүселәр видеоконкурс бәйгеһендә ҡатнашып, Өфөлә үткәрелгән йомғаҡлау сараһына еңеүселәрҙең барып ҡайтҡанынан һуң үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлегендә “Һүҙем йәшәр әле илемдә” әҙәби-музыкаль хәтер кисәһе үткәрелде. Хәтер кисәһенә китапхананың әүҙем китап уҡыусылары һәм 2-се һанлы Аҡъяр мәктәбенең 8-се синыф уҡыусылары саҡырылды.

Сараны Фәнис Атанов башҡырыуында ҡурай моңона Лира Такалова “Халҡым хаҡында” шиғыры менән асып ебәрҙе.

Рәми Ғариповтың бай рухи донъяһы интернат йылдарында асыҡ сағыла. Шул мәлдәрҙе иҫкә алырға тип уның класташы, йәшлек дуҫы Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы Аралбаева һәм райондашы Рәйсә Солтан ҡыҙы Фәхриева шағирыбыҙ тураһындағы хәтирәләр менән уртаҡлашты.

Үҙенсәлекле яҙыусының шиғырҙарына бик күп йырҙар һәм ҡобайырҙар ижад ителгән. Мәғәриф хеҙмәт ветераны Эльвира Сәлмән ҡыҙы Такалова «Бар ғүмерем минең» йырын, «Уйҙарым» ҡобайырын Республика бәйгеләре конкурстары лауреаты Гөлфиә Хәләфетдинова башҡарҙы.

Рәми Ғариповҡа үҙҙәренең ижады менән таныштырып, кәңәш һорар өсөн бик күп һәүәҫкәр яҙыусылар хаттар ебәрә, ул һәр-береһенә ихлас кәңәштәрен бирә, дәртләндерә. Шундай яуап хаты алыу бәхетенә ирешкән һәүәҫкәр яҙыусыбыҙ Зилиә Ҡужабекова ла тәҫьораттары менән уртаҡлашты һәм уға арнап яҙған шиғырын уҡыны. Кисә барышында «Туған тел» шиғырын «Йәйғор» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Искәндәр Фәйзуллин, «Ҡыҙ урлау» трагикомедияһын 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбе уҡыусыһы Миңғазова Ильнариә һөйләне.

Сара һуңынан «Быуындарға ялғап быуындарҙы, илде, телде тотҡан һүҙем бар» шиғриәт байрамына барып ҡайтыусы Ләйсән Закир ҡыҙы Йәнйегетова: “Бөгөнгө йәштәребеҙҙең әҙиптең мираҫын ныҡлап өйрәнеүҙәре, йәше-ҡарты уның шиғырҙарын яттан һөйләүе, халыҡ араһында уның исеме рухи күтәрелеш алыуы ҙур ҡыуаныс булды”, - тип йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Просмотров: 98 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Март 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2017Конструктор сайтов - uCoz