Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | Каталог статей | Регистрация | Вход
 
«6+» Пятница, 03.05.2024, 12:13
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Категории раздела
Мероприятия [40]
Конкурсы [4]
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » Статьи » Мероприятия и конкурсы » Мероприятия

«Мәңге халыҡ күңелендә» Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл

12 февраль  район үҙәк китапханаһы   башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡыҙы, Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы,  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премия лауреаты Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуы айҡанлы «Мәңге халыҡ күңелендә» исемле әҙәби-музыкаль кисә үткәрҙе. Зәйнәб Биишева башҡорт ҡатын ҡыҙҙарынан беренсе булып шиғыр китаптарын донъяға сығарған, беренсе булып драма әҫәрҙәре яҙған, киң ҡоласлы, тәрән йөкмәткеле романдарҙан торған беренсе башҡорт трилогияһын ижад иткән ҙур һүҙ оҫтаһы.

            Кисәгә әҙәбиәт һөйөүселәр, 110-сы профессиональ училище уҡыусылары саҡырылды. Кисә барышында Зәйнәб Биишеваның тормош юлы һәм ижады  яҡтыртылды.  Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Гөлфиә Хәләфетдинова башҡарыуында Зәйнәб Биишеваның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы,  «Ҡош юлы» халыҡ фольклор ансамбле, етәксеһе Минзифа Ишемғолова, күренекле сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның Зәйнәб Биишеваға  арналған ҡобайырын башҡарыуҙары кисәгә йәм өҫтәне. Әүҙем китап уҡыусылар Гөлшат Иштимер ҡыҙы Ишбулатова, Гөлкәй Тәлғәт ҡыҙы Сынғызова, Рәйсә Ғәле ҡыҙы Фәхриева  Зәйнәб Биишеваның ижады хаҡында тъәҫораттары менән бүлештеләр. Район үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан яҙыусының «Кәмһетелгәндәр» әҫәренән һәм «Зөлхизә»  исемле трагедияһын өҙөк сәхнәләштереүҙәрен тамашасылар йылы ҡабул итте.  Кисәнең аҙағында «Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙы» исемле китаптар күргәҙмәһенә байҡау яһалды.



Категория: Мероприятия | Добавил: Альфир (19.02.2013) | Автор: ЦБС
Просмотров: 1222 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz