28 октябрҙә Иләс ауылы китапханаһында «Туратым ынйылары» исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте. Һәүәҫкәр авторҙар үҙҙәренең нисек итеп ижадҡа килеү юлдарын һөйләнеләр. Кисә барышында ошо ауылда йәшәп киткән күренекле шағирҙар: Ҡ. Аралбай, Ф. Аҡбулатованың китаптарына парад күрһәтелде. Ш.Ҡунаҡасов, Ә.Ҡрымғужина, З.Ҡужабекова, А.Ҡәйепова һәм башҡалар менән ҡыҙыҡлы осрашыу ойошторолдо. Кисәне йомғаҡлап китапхана янында ойошторолған балалар түңәрәге тарафынан «Бал ҡорто менән себен ”исемле әкиәт сәхнәләштерелде.
|