Сәсән шатлыҡ өләшә, һүҙе менән көрәшә, сәсән һүҙе-нур сәсә, иленә халҡына тоғро хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә лә йәмғиәт тормошонда һәм һүҙ сәнғәтендә сәсәндәрҙең роле көсәйгәндән көсәйә, боронғо йырауҙар шикелле үк, халыҡ шағиры, тарихсыһы, ил аҡһаҡалдары дәрәжәһенә күтәрелеп, абруйлы уҙамандарға юл асыла.
17 май үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре, 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Зәкир ҡыҙы Йәнйегетова менән берлектә 6-сы, 7-се, 9-сы синыф уҡыусыларына сәсәниәбеҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ булыусы, Йәнтеш ауылының «Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе Фәниә Сәлихйән ҡыҙы Арыҫланова менән «Сәсән һүҙе-нур сәсә» тип аталған осрашыу кисәһе үткәрҙе.
Сараның маҡсаты - киләсәк быуынға телебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең бөйөклөгөн, халҡыбыҙҙың тарихы һәр нәмәнән ҡиммәт икәнен тағы ла иҫбат итеп сәсәниәбеҙ мөнәжәттәре, ҡобайырҙары аша балаларға илһам орлоғо сәсте. Аҡ яулыҡҡа бөркәнгән, бәрхәттәй яғымлы, йомшаҡ тауышлы ил инәбеҙ беҙҙе сая ла, ғорур ҙа булған халҡыбыҙҙың шаңлы үткәндәре менән тоташтырҙы, киләсәккә ышаныс, дәрт-көс өҫтәне.
Фәниә Сәлихйән ҡыҙы Арыҫланова хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, һаман да халыҡ араһында. Үҙенсәлекле моңло тауышы, ижады менән беҙҙе һоҡландыра, уйландыра, яҡшылыҡҡа һәм изгелеккә әйҙәй.
Сәсән ғәҙеллек яҡлы, сәсән күңел паклы, сәсән халыҡ яҡлы. Хаҡ һүҙен йыр, шиғыр, ҡобайыр теле менән халыҡҡа еткерер, артабан да илһамлы ижады менән беҙҙе ҡыуандырыр әле сәсәниәбеҙ.
Кисә һуңында Рәмзиә Әбдрәхмән ҡыҙы Дәүләтҡолова ил инәһе Фәниә Сәлихйән ҡыҙына иң изге теләктәрен еткерҙе, Ләйсән Зәкир ҡыҙы оло рәхмәтен белдереп иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы. Был осрашыуҙан барыһы ла бик күп фәһем алды һәм ҡәнәғәт ҡалды.
|