Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Пятница, 29.03.2024, 15:32
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2014 » Февраль » 25 » Рухиәтебеҙ ҡояшы-балалар фольклоры
08:08
Рухиәтебеҙ ҡояшы-балалар фольклоры

21 февраль көнө Подольск ауыл китапханаһы мәктәп менән берлектә «Рухиәтебеҙ ҡояшы-балалар фольклоры» исемле уйындар программаһын ойошторҙо. Был сарала 14 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты.

         «Мин ҡояшҡаймын, нурҙарыма ҡойоноғоҙ, дуҫтарым!»-тигән күп мәғәнәләр һалынған һүҙҙәрҙән башланды был сара. Дилә Маннапованың саҡырыуына ҡатнашыусы балалар сәхнәгә сығып баҫты. Китапханасы  Кускильдина Г.Б. балалар фольклорының хәс тә ҡояш кеүек булыуын, уның һәр тармағы, йәғни уйындары, әкиәттәре, һамаҡлауҙары, әйтештәре, ырымдары- барыһы ла ҡояшҡайҙың һәр нуры кеүек рухиәтебеҙҙе нурландырыусы һәм балҡытыусы ҡабатланмаҫ сығанаҡ булыуы һәм уның әһәмиәте тураһында һөйләне.

         Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ғалиуллина Р.А. һәм Ғәлиастанова Х.Х. балаларҙы "Уйнайыҡ бергәләшеп» исеме аҫтында ойошторолған боронғо башҡорт уйындарына йәлеп итте. Балаларға бигерәк тә "Соҡор өйәм», "Күмер йөҙөк”, "Аҡ тирәк, күк тирәк” уйындары һәм «Наза”  бейеүе оҡшаны. Алдағы көндәрҙә, ҡар ирегәс саф һауала ошо уҡ уйындарҙы уйнайыҡ әле тип кем уҙарҙан үҙ теләктәрен белдерҙеләр балалар йомғаҡлау тамамланғас. Ҡатнаштылар 22 уҡыусы.



Просмотров: 1155 | Добавил: Альфир | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Февраль 2014  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
2425262728
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz