23 декабрь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында ойошторолған «Ағинәйҙәр» һәм «Аҡһаҡалдар» клубы «Йәшәргә лә, әле йәшәргә» тип аталған концерт программаһы менән Ололар өйөндә сығыш яһаны.
«Ағинәйҙәр» клуб рәйесе Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бухарбаева хөрмәтле инәйҙәрҙе һәм олатайҙарҙы Яңы йыл менән ҡотланы. «Юшан» инструменталь ансамбле башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмә башҡарҙы. Тәнзилә Ҡәйүм ҡызы Ҡыҙрасова «Мөнәжәт», Мәрфуға Ҡужәхмәт ҡыҙы Азаматова «Гөләмдән монологы», Эльвира Сәлмән ҡыҙы Такалова Т. Юнысованың «Йыйырсыҡтар» һәм «Рәхмәт яҙмышҡа» исемле шиғырҙар һөйләнеләр. Нәзиф Харис улы Ишемғолов ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмә, Алһыу Әхмәт ҡыҙы Юлдашбаева «Мөғлифа» бейеүен, Милә Карам ҡыҙы Бураншина «Баяс» һәм Шафиҡ Әхмәт улы Карабаев «Шахта» йырҙарын, шулай уҡ «Ағинәйҙәр» клубы «Айлы кис» йырын һәм «Салауат әйтеүен» башҡарҙылар.
|