Юлбарыҫ ауылы китапханаһында “Кис ултырыу”фольклор байрамы булып үтте. Был байрам әҙәбиәт йылына арналған, район китапханалары араһында барған “Китапхана прайм-таймы, китапхана ижад территорияһы” исемле имиджлы конкурс сараһын яҡлау проекты буйынса үтте.
Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, изге йолаларын һаҡлау, һөнәр үҙенсәлектәрен тергеҙеү, киләсәк быуынға еткереү,яңы китаптар менән таныштырыу, әҙәби китапҡа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында әҙерләнгән сарала ауылдың ағинәйҙәрелә ҡатнашты.
|