27 декабрь үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре “Ағинәйҙәр” ҡорона һәм “Юшан” халыҡ ансамбле коллективына «Яңы йылда- яңы өмөттәр» музыкаль кисә ойошторҙо.
Яңы йыл байрамы һәр ҡайһыбыҙҙың тормошонда айырым урын алып тора. Тап ошо миҙгелдә беҙҙе мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ ниндәйҙер мөғжизә көтөү тойғоһо биләй. Һәр кем йәшенә, һөнәренә ҡарамаҫтан, ул мөғжизәгә ышана һәм көтә. Шулай булырға тейеш тә, сөнки кешене өмөт һәм ышаныс йәшәтә, көс бирә, яңынан-яңы бейеклектәргә әйҙәй.
Яңы йыл кисәһен асып “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Менәүәрә Бохарбаева барыһын да етеп килгән байрам менән ихлас ҡотланы, үткән йылға йомғаҡ яһаны һәм киләһе йылда үткәреләсәк сараларға маҡсаттар ҡуйҙы. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, мәсекәй әбей, крокодил китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған ҡыҙыҡлы уйындарға хеҙмәт ветерандарын әйҙәп күтәренке кәйеф өҫтәнеләр.
Яңы йыл һәр-беребеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек, ғаиләләребеҙгә именлек, йорттарыбыҙға бәрәкәт, күңелдәребеҙгә бөтөнлөк алып килһен тигән ниәт менән рух күтәренкелегендә таралышты байрамда ҡатнашыусылар.
|