Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Вторник, 23.04.2024, 13:22
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2017 » Март » 14 » «Йәгеҙ әле, Ағинәйҙәр»
08:47
«Йәгеҙ әле, Ағинәйҙәр»

Һәр нәмәлә бөгөн яңы һулыш,

Яңы һулыш – иҫкән елдәрҙә.

Ярҙарынан ташҡан йылғаларҙа,

Керпек ҡаҡҡан сәскә-гөлдәрҙә.

Яҙ һулышы – һәр бер күҙәнәктә,

Яҙ һулышы һәр бер күңелдә!

        Оҙон, йоҡоло ҡыштан һуң, ниһәйәт, түҙемһеҙләнеп көткән Яҙ беҙгә ишек ҡаға. Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, донъя шулай нурға ҡойонғанда, йөрәктәр ҙә елкенмәй ҡала алмай. Ошо миҙгелдең һоҡланғыс байрамы – 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Юлбарыҫ ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы күрше Быҙаулыҡ ауылы ағинәйҙәрен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Йыр-моңға, уйын-көлкөгә ҡоролған «Йәгеҙ әле, Ағинәйҙәр» байрам сараһы ойошторолдо. Ике ауылдың ағинәйҙәренә лә алдан өйгә эштәр ҡушылды.

           Бына, ниһайәт, билдәләнгән көн килеп етте. Тамашасылар ҙа күп кенә йыйылған, көткән ҡунаҡтар ҙа килде. Зал сәскә-гөлдәр менән матур биҙәлгән. Һәр кемдең күңелендә нур, байрам кәйефе сағыла.

      Юлбарыҫ ауылы ағинәйҙәре үҙ командаһын «Шатлыҡ» тип, ә ҡунаҡтар «Әхирәттәр» тип атаны. Байрам булғас, әлбиттә, беренсе конкурс оригиналь ҡотлау бурысын ҡуйҙы. «Шатлыҡ»тар балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, онотолоп барған октябрят, пионер һәм комсомол ойошмалары исеменән дә, һалдаттар булып та ҡотланы. «Әхирәттәр» үҙ сиратында юлбарыҫтарға йырлы сәләм һәм бүләктәр тапшырҙы.

         Артабан барыһына ла таныш булған әкиәттәрҙе заманға ярашлы үҙгәртеп, яңы әкиәт ижад итеү һәм сәхнәләштереү бурысы торҙо. Ҡунаҡтар «Шалҡан»ды, ә хужалар «Тирмә»не һайлағайны. «Торлаҡ проблемаһы», «ипотека», «кредит», «залогҡа мөлкәтеңде ҡуйыу», «отолоу», «әсәлек капиталы» кеүек көндәлек тормошта ҡулланған һүҙҙәр был конкурста ла сағылыш тапты.

«Йырлы һорауға – йырлы яуап», «Шаян һорауҙа – шаян яуаптар», «Әйтемде дауам ит…», «Пантонима. Театр» тип аталды киләһе конкурстар.

          Әйтеп үтергә кәрәк, ике ауылдың ағинәйҙәре лә шундай талантлылар, Һамар ауыл советы биләмәһендә ойошторолған бер байрам да уларһыҙ үтмәй. Халыҡ та ағинәйҙәрҙең сығышын ярата. Уйын-конкурстар араһында музыкаль сығыштар үҙе матур концертҡа әйләнде, көслө алҡыштар менән ҡабул ителде.

      …Конкурс тамам, әммә тамашасылар ҡайтырға ашыҡмай. Һәр береһе йылы теләктәрен, рәхмәттәрен әйтеп ҡалырға теләй. Мин дә үҙ сиратымда барлыҡ гүзәл заттарға үҙемдең теләктәремде еткерәм:

        Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Хәстәрлекле һәм илаһи, һөйкөмлө һәм матур, тоғро һәм зирәк булғанығыҙға һоҡланабыҙ. Һеҙҙең иң изге өмөттәрегеҙ һәм хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Өйөгөҙҙә тыныслыҡ, мөхәббәт һәм етеш тормош килһен! Балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың йөҙҙәре шатлыҡлы йылмайыуҙан балҡыһын! Бәхетле киләсәккә һәм хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашырына булған ышаныс ташламаһын! Таҙалыҡ, һаулыҡ, түҙемлек, тырышлыҡ, оҙон ғүмер теләйем!

 

 

Просмотров: 508 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Март 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz