Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Пятница, 29.03.2024, 17:36
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2014 » Декабрь » 2 » Ижад тамырҙары Мәмбәттә
13:10
Ижад тамырҙары Мәмбәттә

«Ижад тамырҙары- тыуған ерҙә» промоакцияһы сиктәрендә Мәмбәт ауыл мәҙәниәт йортонда Мәмбәтов Исламитдин Ризаитдин улы, Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы һәм Шмельков Әлфир Карам улының ижады һәм тормош юлы тураһында “Тамырҙарым тыуған еремдә” исемле ижади кисә үтте. Алып барыусылар Рәхмәтова Р.М., Мәмбәтова В.Х. тамашасыларҙы ырыуҙаштары, халыҡ шағиры Ҡ. Аралбайҙың ижады менән таныштырҙылар, тормош юлы тураһында бәйән иттеләр. Уҡыусылар Биишева Диана һәм Мәмбәтова Илзирә шағирҙың шиғырҙарын бик оҫта итеп башҡарҙылар. Уҡытыусы, мәктәп китапханасыһы Зинира Рәсүл ҡыҙы Рафиҡова шағирға арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ә инде Ҡәҙим Аралбай һүҙҙәренә яҙылған “Үҙ йондоҙоң” йырын башҡарыуы тамашасыларҙы йәнләндереп ебәрҙе. Мәмбәт ауылы ағинәйҙәре башҡарыуында яңғыраған шағирға бағышлауҙар тамашасыларға бигерәк тә оҡшаны. Маҡан ауыл китапханасыһы Кәримова Фатима Фуат ҡыҙы “Даланың даланлы улы” китап күргәҙмәһенә байҡау яһаны.

 Кисәнең икенсе өлөшөндә ауылдашыбыҙ Исламитдин Ризаитдин улының тормошо һәм хеҙмәт юлы менән танышып, слайдтар ҡарау ойошторолдо. Шмельков Әлфир Карам улы тураһында мәғлүмәт бирелде. Кисә бейеүҙәр, йырҙар, йәнле фекер алышыуҙар, хәтирәләр менән менән үрелеп барҙы. Тамашасылар бик ҡәнәғәт булып таралыштылар.

 

 

 

Просмотров: 539 | Добавил: Альфир | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Декабрь 2014  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz