Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған- яҡты өйрәнеү бүлеге «Ағинәйҙәр» клубы менән берлектә иң яҡты байрамдарҙың береһе Әсә көнөнә арналған “Йәнен бүлеп биргән әсә икән” исемле әҙәби-музыкаль кисә үткәрҙе. Осрашыуҙың маҡсаты иң бөйөк кеше Әсәгә сикһеҙ хөрмәтебеҙҙе белдереү, яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән, күңел матурлығын юғалтмай, тирә-яҡтағыларға тик изге тойғолар ғына уятып, балаларына оло терәк булып, бөгөнгө көндә лә йәмғиәт эшендә әүҙем ҡатнашып йәшәгән «Ағинәйҙәр»ебеҙҙе үрнәк итеп ҡуйҙыҡ.
Сараға йәм өҫтәп Мәрсель Сәлимовтың “Ҡоҙаса” шиғырын Лира Такалова менән Нәжиә Асҡарова сәхнәләштереп күрһәтте. Фәнис Атанов байрам бүләге итеп ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмә башҡарҙы. Нәжиә Асҡарова “Шаян еңгә” бейеүе менән күңелебеҙҙе күтәрҙе. «Әсәйҙәр – донъя йәме» китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Хәҙерге етеш тормошта ғәиләһенә, балаларына, өй эсендә әсәй йылылығы булдырыуҙан ситләшкән, тәртибен күҙ уңынан ысҡындырған әсәйҙәр ҙә саҡырылды. Уларға «Ағинәйҙәр»ебеҙҙең һәр-береһе үҙҙәренең өлгөлө ғаиләләре тураһында һөйләп, оҫталыҡ һөнәрҙәрен күрһәттеләр. Сәскәгә балҡып, күкрәп үҫер өсөн ҡояш кәрәк.Ә әсәйһеҙ бер генә сабый ҙа бәхетле була алмай. Ҡанаттары ҡайырылған әсәйҙәргә йәшәү дәрте өҫтәп, ошо үткәрелгән саранан фәһем алып, тормоштоң, ғаиләләренең ҡәҙерен белеп ыңғай юлға баҫырҙар, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенә һаланған бурысты лайыҡлы атҡарып сығырҙар тип өмөтләнеп байрамыбыҙ тәмле сәй янында дауам итте.
![](/_nw/4/s14892243.jpg)
|