Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | Каталог статей | Регистрация | Вход
 
«6+» Пятница, 26.04.2024, 01:43
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Категории раздела
Мероприятия [40]
Конкурсы [4]
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » Статьи » Мероприятия и конкурсы » Мероприятия

«Һуғыш ҡайғыһының йәше юҡ»

Йылдар үтһә лә һуғыш һалған яралар уңалмай. Илебеҙ быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын киң билдәләп үтте. Шул йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәреүселәр ҙә йылдан-йыл кәмей. Улар хаҡында хәтирәләр генә ҡала. Бала һәм һуғыш төшөнсәләре бер-береһе менән тап килергә тейеш булмаһа ла, иң әсе һуғыш яҙмышына һуғыш осоро балалары дусар була.

Һуғыш башланғанда сәңгелдәктә  генә ятып ҡалған, яңы тәпәй баҫҡан, өлкәндәр менән бергә шул осор михнәттәрен кисергән быуын вәкилдәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иғтибарҙан ситтәрәк ҡала килә. Ул йылдарҙың шаңдауын бөгөнгө йәш быуын да белеп йәшәргә тейеш. Ошондай ниәт менән Вәлит ауылы китапханаһында «Һуғыш ҡайғыһының йәше юҡ» исеме аҫтында һуғыш осоро балалары менән осрашыу үтте. Кисәлә уҡыусылар, «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары, саҡырылған ҡунаҡтар, мәғариф ветерандары, уҡытыусылар ҡатнашты.

 Кисә геройҙары билдәле шағирә, танылған журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Һуғыш балалары – тарих яралары» йыйынтығы менән танышып сыҡтылар.Китапханасы Хәлиҙә Йыһанур ҡыҙы Аслаева һуғыш  осоро балаларына арнап әҙерлгән «Һеҙҙең ғүмер – үҙе батырлыҡ» тигән презентация, китап буйынса эшләнгән буктрейлер, «Өскөл хаттар» пьесаһынан өҙөк ҡарап  сыҡҡас, тыл ветерандары хәтирәләре менән уртаҡлашты. Һәр береһе китапта үҙ яҙмышын күргәндәй булды.

 Был сара район китапханалары  араһында барған “Китапхана прайм-таймы, китапхана ижад территорияһы” исемле имиджлы конкурс сараһын яҡлау проекты буйынса үтте. 

   

 

Категория: Мероприятия | Добавил: hra300998 (19.10.2015)
Просмотров: 809 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz