Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Вторник, 23.04.2024, 20:41
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2014 » Ноябрь » 21 » Таланттар балҡышы
09:40
Таланттар балҡышы

14 ноябрь көнө Иҫәнгилде ауылында «Таланттар балҡышы» исемле ҡумбыҙсы, бейеүсе, ҡурайсы, бөйөк ватан һуғышы ветерандары Айытбаев Әхәт Әбделғәни улы менән Нурмөхәмәт Әбүләис улы Мусинға арналған хәтер кисәһе булып утте. Сара районда беренселәрҙән булып (1967 йыл) “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған Айытбаев Әхәт Әбделғәни улына бағышланған иҫтәлекле таҡтаташ асыу менән башланды.

Таҡтаташ асыуҙа ҡумбыҙсы Әхәт Айытбаев менән бергә концерттарҙа сығыш яһаусы ҡурайсы, бейеүсе, гармунсы Әнүәр Аслаев һәм улы Иршат Айытбаев бейеүсе һәм ҡумбыҙсының ғүмер юлына ҡыҫҡаса байҡау яһанылар, артабан һүҙҙе үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Хәлим ҡыҙы дауам итеп тантаналы рәүештә ул йәшәгән йортта таҡтаташ асылды, сәскәләр һалынды.

Артабан хәтер кисәһе ауыл клубында дауам итте. Кисәгә Нурмөхәмәт Мусиндың, Әхәт Айытбаевтың балалары, ауылдаштары, уҡыусылары, дуҫтары, мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.

Ауылдың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, мәртәбәле шәхестәре, ҡурайсы һәм ҡумбыҙсының шәжәрәләре менән улдары Хәбибулла Мусин һәм Иршат Айытбаевтар таныштырып үтте. Кисә барышында Айытбаевтар ғаиләһенең ҡумбыҙ инструменталь ансамбле, ҡурайсының уҡыусылары Р. Ҡансурин менән Х. Аслаев сығыш яһанылар, балалары Мәшүдә Абдуллина башҡарыуында мөнәжәт, Вәсилә Акбалина башҡарыуында йыр яңғыраны, шиғыр уҡылды.

Кисә һуңында Айытбаев Әхәт Әбделғәни улы менән концерттарҙа бергә сығыш яһаусы дуҫы Әсғәт Әлмөхәмәтов уның  тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Ике оло шәхескә арналған сара матур һәм тантаналы рәүештә үтте һәм ауылдаштарында уларға ҡарата ғорурлыҡ , хөрмәт тойғолары уятты.

 

 

 

 

Просмотров: 524 | Добавил: Альфир | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Ноябрь 2014  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz