Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Четверг, 25.04.2024, 07:15
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2015 » Июнь » 19 » “Саф ижад шишмәһе…”
10:36
“Саф ижад шишмәһе…”

       17 июнь көнө Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында бер нисә йыл элек ваҡытһыҙ арабыҙҙан киткән  күренекле шағир Ҡадир Әлибаевтың хәтер көнө уҙҙы. “Саф ижад шишмәһе…” тип аталған был сара Әҙәбиәт йылында үткәрелгән “Хәйбулланың көмөш ынйылары” – исемле әҙәби – тыуған яҡты өйрәнеү промо- акцияһы сиктәрендә һәм шағирҙың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналды. Ошо уңайҙан шәхестең тыуған  ауылында  тактаташ асылды. Унда авторҙың шиғыр юлдары яҙылған, портреты төшөрөлгән.Тактаташ асыу тантанаһында Ҡадир Әлибаевты иҫкә алырға туғандары, дуҫтары, ҡәләмдәштәре йыйылған. Уларҙың һәр береһе шағир хаҡындағы яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште, мәсеттең имам  хатибы    мемориаль таҡтаны асҡас,  ошо ауылда  йәшәп киткән шағирҙың ғаиләһе  рухына доғалар уҡыны.    Артабан был сара ауыл  мәҙәниәт йортонда дауам итте. Хәтер көнөндә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, яҙыусылар Фәрзәнә Гөбәйҙуллина, Ринат  Камал, Фәрзәнә Аҡбулатова, Гөлфиә Яныбаева, Сәрүәр Сурина , шағирҙың ҡыҙы  Гөлсәсәк Әлибаева, шулай уҡ шағирҙың ауылдаштары ҡатнашты. Улар шағир хаҡында үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Класташтары яҙыусының бала сағы тураһында һөйләне.      Әбделкадир Әхмәткирәй улы Әлибаев 1940 йылдың 17 июнендә    Әбубәкер ауылында тыуа. 1958 йылда Акъяр урта мәктәбен тамамлағас, Сәғит, Урнәк башланғыс мәктәптәрендә укытыусы булып эшләй, 1963— 1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетенең филология факультетында уҡый. Шул йылдарҙа университеттың  "Шоңҡар" әҙәби түңәрәгенең актив ағзаһы була. Төрлө райондарҙа уҡытыусы булып эшләй.Ҡадир Әлибаевтың тәүге китаптары балалар өсөн “Аҡ шишмә” 1982 йылда донья күрә. Артабан уның “Йырлы ямғыр”,”Әсәйем ҡулдары”,”Самауыр йыры”,”Атайым тупһаһы” тигән китаптары  сыға. Үҙенсәлекле шағирҙың әҫәрҙәренә бик күп йырҙар яҙылған һәм улар бөгөн дә сәхнәләрҙә яңғырай.     Кадир  Әлибаев  шиғырҙарын тыуған  еренә, тәбиғәтенә  һәм халҡына     бағышлай. Уның ижады тормошсан, халыҡсан, ябай, телгә  бай, образдарының  ҡабатланмаҫ  булыуы менән айырылып тора. Тыуған-үҫкән дала яҡтарын хатта шиғыр шишмәһенә тиңләй ул.  Яҡташыбыҙ тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенә һоҡланыуын, һағыныуын, һөйөүен шиғыр юлдарына һалған.Уның йөрәк түренән сыҡҡан Ташлы һыуы, ауылыбыҙ Әбүбәкер тураһындағы шиғырҙарын уҡып беҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ тиҙәр шағирҙың ауылдаштары.  Быйыл дуҫтары һәм тыуғандары шағирҙың яҡты иҫтәлегенә арнап уның шиғыр йыйынтығын нәшер итергә ниәтләй. Юбилей датаһы айҡанлы “Күңелле иртә” исемле балалар өсөн өр-яңы китабы һәм буклет сығарылған, унда шағирҙың шиғырҙары, фотоһүрәттәре һәм уның хаҡында иҫтәлектәр урын алған.    Шағирҙең тынғыһыҙ көндәре, йоҡоһоҙ төндәре, байтаҡ көсө һалынған шиғырҙары, моңло, аһәңле йырҙары - һаман да беҙҙең арала.  Әбүбәкер мәктәбе уҡыусылары, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр, ауылдаштары Кадир Әлибайҙың шиғырҙарын, һәм уға  бағышлап яҙған шиғырҙар, ҡобайырҙарын  уҡығанда бигерәк тулҡынландырғыс булды. Тимәк, шағир бушҡа йәшәмәгән. Шағирҙың ғүмере ауылдаштарында дауам итә. Сараны ойоштороусы ауыл хакимиәтенә, үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәренә шағирҙың хәләл ефете Тәнзилә апай, ҡыҙы Гөлсәсәк Әлибаева йылы, ихлас хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторғандары өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Аҡъяр һәм Әбүбәкер ауылы мәҙәниәт йорто хәҙмәткәрҙәре, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары шағирҙың бик күп  йырын башҡарыуы, кисәгә йәм өҫтәне.    Әҙәбиәт йылында ошондай матур, фәһемле һәм мәртәбәле сара булып үтте.

 

 

 

              

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотров: 1135 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Июнь 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz