Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Пятница, 19.04.2024, 22:14
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2016 » Май » 20 » «Сәсән һүҙе-нур сәсә»
08:03
«Сәсән һүҙе-нур сәсә»

       Сәсән шатлыҡ өләшә, һүҙе менән көрәшә, сәсән һүҙе-нур сәсә, иленә халҡына тоғро хеҙмәт итә. Бөгөнгө көндә лә йәмғиәт тормошонда һәм һүҙ сәнғәтендә сәсәндәрҙең роле көсәйгәндән көсәйә, боронғо йырауҙар шикелле үк, халыҡ шағиры, тарихсыһы, ил аҡһаҡалдары дәрәжәһенә күтәрелеп, абруйлы уҙамандарға юл асыла.

            17 май үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлеге  хеҙмәткәрҙәре, 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Зәкир ҡыҙы Йәнйегетова менән берлектә 6-сы, 7-се, 9-сы синыф уҡыусыларына  сәсәниәбеҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ булыусы, Йәнтеш ауылының «Ағинәйҙәр» ҡоро етәксеһе Фәниә Сәлихйән ҡыҙы Арыҫланова менән «Сәсән һүҙе-нур сәсә» тип аталған осрашыу кисәһе үткәрҙе.

       Сараның маҡсаты - киләсәк быуынға телебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең бөйөклөгөн, халҡыбыҙҙың тарихы һәр нәмәнән ҡиммәт икәнен тағы ла иҫбат итеп сәсәниәбеҙ мөнәжәттәре, ҡобайырҙары аша балаларға илһам орлоғо сәсте. Аҡ яулыҡҡа бөркәнгән, бәрхәттәй яғымлы, йомшаҡ тауышлы ил инәбеҙ беҙҙе сая ла, ғорур ҙа булған халҡыбыҙҙың шаңлы үткәндәре менән тоташтырҙы, киләсәккә ышаныс, дәрт-көс өҫтәне.

        Фәниә Сәлихйән ҡыҙы Арыҫланова хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, һаман да халыҡ араһында. Үҙенсәлекле моңло тауышы, ижады менән беҙҙе һоҡландыра, уйландыра, яҡшылыҡҡа һәм изгелеккә әйҙәй.

       Сәсән ғәҙеллек яҡлы, сәсән күңел паклы, сәсән халыҡ яҡлы. Хаҡ һүҙен йыр, шиғыр, ҡобайыр теле менән халыҡҡа еткерер, артабан да илһамлы ижады менән беҙҙе ҡыуандырыр әле сәсәниәбеҙ.

      Кисә һуңында Рәмзиә Әбдрәхмән ҡыҙы Дәүләтҡолова ил инәһе Фәниә Сәлихйән ҡыҙына иң изге теләктәрен еткерҙе, Ләйсән Зәкир ҡыҙы оло рәхмәтен белдереп иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы. Был осрашыуҙан барыһы ла бик күп фәһем алды һәм  ҡәнәғәт ҡалды.  

    

Просмотров: 706 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Май 2016  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz