15 май донъяла Халыҡ-ара ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ул 1994 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителгән байрам.
Ошо уңайҙан Әбүбәкер ауылы моделле китапханаһында “Әсә һәм бала китап уҡыусы” тип аталған бик матур кисә үткәрелде. Кисәне асып китапханасы Рәсимә Акилова ғаилә көнө тураһында һөйләп үтте.Сарала ҡатнашыусылар һәр береһе үҙҙәренең ғаиләһе,яратҡан байрамдары, шөғөлдәре тураһында һөйләп үтте. Минең бар байлығым ғаиләм һәм улар менән бергә үткән көндәрем,айырыуса ҡайным менән ҡәйнәмә ҙур рәхмәт һүҙҙәрем – тине Гүзәл Сынбулатова.
Гөлсәсәк һәм Айнур Акиловтарҙың йырҙары байрамға сихри нур өҫтәнеләр. Артабан һәр ғаилә яратҡан шағирҙары ,китаптары тураһында һөйләп үттеләр һәм уларҙы алда бик күп уйындар,ярыштар көтә ине.
Акиловтар ғаиләһе “Иң күп мәҡәлдәр белеүсе” булһа, Сынбулатовтар ғаиләһе “Музыкаль ғаилә”, Билаловтар ғаиләһе “Шиғриәт һөйөүсе ғаилә”тип танылды.
Кисә барыһына ла оҡшаны һәм сәй табыны менән тамаланды. Татыу ғаилә илебеҙҙең таянысы, терәге. Тик ғорурлыҡ менән типһен ,Һәр сабыйҙәң йөрәге! Һәр ғаиләлә татыулыҡ усағы гөрләп -дөрләп янһын ,илебеҙ имен,күгебеҙ аяҙ булһын тигән теләк менән таралышты сарала ҡатнашыусылар.
|