Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Суббота, 20.04.2024, 16:49
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2015 » Декабрь » 9 » Халыҡ аҡылының аҫыл ынйылары
10:33
Халыҡ аҡылының аҫыл ынйылары

     2 декабрь  үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә “Халыҡ аҡылының аҫыл ынйылары”- исемле сара уҙғарылды.

Башҡорт халыҡ  мәҡәлдәре  һәм әйтемдәре тураһында майҙан тотоуға Аҡъяр һәм Яңы –Ергән  ауылы  Ағинәйҙәре  саҡырылды.  Тәрән мәғәнәле, тапҡыр һәм бик йыйнаҡ итеп төҙөлгән мәҡәл һәм әйтемдәр халҡыбыҙҙың изге һүҙе, ҡиммәтле  аманаты  булып,  быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көндәргәсә килеп еткән.

    Мәҡәл һәм әйтемдәр – халыҡтың күңел байлығы ,тиккә  генә  мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе халыҡ ижадының аҫыл ынйылары, саҡматаштан  сыҡҡан алтын осҡондар  тип йөрөтмәйҙәр. 

Сараның маҡсаты: телгә ҡарата һөйөү, ихтирам, халҡыбыҙҙың тел байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, халыҡ араһында мәҙәни телмәр өлгөләрен пропагандалау, әхләҡи һәм рухи ҡиммәттәребеҙҙе танырға өйрәтеү.

Был бәйгелә Аҡъяр ауылы ағинәйҙәре “Алтын ашыҡ” һәм Яңы-Ергән ауылы ағинәйҙәре “Уңғандар” командалары халыҡ мәҡәлдәрен, әйтемдәрен өйрәнгән, уларҙы тормошта ҡуллана белгән һүҙ оҫталары ярышты. Бәйгеселәр әйтелә башлаған мәҡәлдәрҙе дауам иттеләр, мәҡәлдәр ҡулланып реклама, интермедия, инсценировка күрһәттеләр.

 Бәйге барышында Рәйсә Фахриева һәм Айһылыу Таһирова иң күп мәҡәл белеүсе  тип табылды. Сәбилә Баҡтыбаеваның, Әнисә Хәсәнованың, Гәүһәр Рәхмәтованың, Фәниә Шәрипованың, Флүрә Мәмбәтованың, Фәрзәнә Юлановаларҙың  “Уңғандың ҡулы етәү” ҡул  исемле эштәре күргәҙмәһе һәм “Юшан”- халыҡ ансамбле сығышы байрамға йәм өҫтәне.

   Шулай уҡ Тәнзилә Ҡыҙрасованың мөнәжәт   әйтеүе, Яңы-Ергән ауылы ағинәйҙәренең  бейеү коллективы  тамашасылар күңеленә бик хуш килде.

Ағинәйҙәрҙең һәр һүҙе алтынға бәрәбәр. Бындай мәғәнәле сараны мәктәптәрҙә уҡыусылар араһында ойоштороу тураһында килешелде. Осрашыу фәһемле, мәртәбәле булды. Ысынлап та, ололар һүҙе – аҡылдың үҙе икәненә инандыҡ.  

                 

 

Просмотров: 588 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Декабрь 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz