Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Среда, 24.04.2024, 22:52
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2015 » Август » 14 » КӨҘГӨ КҮКРӘҮ
15:20
КӨҘГӨ КҮКРӘҮ

                                      КӨҘГӨ  КҮКРӘҮ

  Ике бөйөк ҡитға осрашҡан ер

Сал Уралдың аяҡ осонда,

Башҡорт ҡыҙы һуҡҡан балаҫ һымаҡ

Дала ята

Хәйбуллалар иле ошонда…

         12 август көнө Өфө ауыл китапханаһында  әҙәбиәт йылында үткәрелгән “Хәйбулланың көмөш ынйылары” исемле әҙәби- тыуған яҡты өйрәнеү промо- акцияһы сиктәрендә  ошо  шиғыр юлдарының авторы, уҡытыусы,  ҡаурый ҡәләм оҫтаһы  Рифҡәт Ғилман улы Алғушаевтың 85 йыллыҡ юбилейына арналған “Көҙгө күкрәү” исемле хәтер кисәһе утте. Был кисәгә уның тормош иптәше , һабаҡташтары  һәм ғүмерлеккә әүерелгән дуҫтары, оҙаҡ йылдар бергә эшләгән  хеҙмәттәштәре менән бергә уҡыткан  уҡыусылары,  ауылдаштары йыйылды.

       Заманына күрә уҡымышлы ғәиләлә тыуып үҫкән Рифҡәт Алғушаев ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас 1947 йылда  Өфөләге мәктәп- интернатына (хәҙерге Рәми Ғәрипоа исемендәге башҡорт гимназияһы)уҡырға килә. Интернатта Рәфҡәт Ғилман улына  Башкортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғәрипов менән бергә уҡыу бәхете тейә,  бергәләп 112- се Башҡорт атлы дивизияһының Ворошиловград өлкәһендәге яу юлдары буйлап сәйәхәттә булалар, улар ғүмерлек йән дуҫтарға әйләнә.  Уҡыу йылдарында ул ижади түңәрәктәргә йөрөй, беренсе шиғырҙарын яҙа, стенгазеталарға һүрәттәр төшөрә,төртмәле дүртюллыҡтар яҙа. Ошо осорҙағы иҫтәлектәре менән  бүлешеп һабаҡташтары педагогия хеҙмәте ветерандары Флүрә Ҡәйүм ҡыҙы Аралбаева, Айҙар Сәйфулла улы Ҡоҙабаев, оҙаҡ йылдар райондың партия комитетында юғары вазифаларҙа эшләүсе Факил Саҙрый улы Хәкимовтар сығыш яһанылар. Ханнан ағай Мөхәмәҙйәров уның дуҫына бағышлап ижад иткән “Рәмигә”, Милә Кинйәбаева “Их, Һаҡмар, Һаҡмар ғынам”, Гәүһәр Аслаева “Башҡортостан”  исемле шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр.

      Башҡорт педагогия институтының филология факультетына уҡырға ингәс Рәфҡәт Алғушаев яҙыусы ижади йәштәр менән аралашып институт тормошонда ҡайнап йәшәй. Уның яҙған шиғырҙары үҙҙәре үк ойошторған әҙәби журнал, гәзиттәрҙә даими күренә башлай, шиғра конкурстарҙа ҡатнашып беренсе урындар яулап яҙыусылар араһында билдәлелек яулай. Институтты тамамлағандан һуң Башҡортостан китап нәшриәтенең дәреслектәр редакцияһында редактор вазифаһында хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Шул ваҡытты ул байтаҡ шиғырҙар ижад итеп матбуғатта баҫтырып сығара, шиғриәт ҡанундарын өйрәнә, күренекле шағирҙар Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Муса Ғәли, Шәриф Биҡҡол һ.б. менән аралашып, уларҙың фәһемле кәңәштәрен үҙләштерә. Ә инде 1955 йылда йүнәлеш буйынса сиҙәм ерҙәргә, Хәйбулла районы “Матрай” совхозындағы урта мәктәпкә эшкә ебәрелеп башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәндәренән уҡытҡан осорҙа балалар өсөн күп кенә шиғырҙар ижад итә. Балалар өсөн яҙған шиғырҙары “Бәрәстәремә” Нурзәнә Сәйфуллина, “Ата ҡаҙ” Диана Кәримова, “Аҡ сәскә” Айһылыу Солтанова һәм үҙена арнап яҙылған “Камил”  исемле шиғырын Камил Шәрипов уҡыһа, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары  таҡмаҡтарын йырлап ишеттерҙеләр.

       Шиғри күңелле уҡытыусы, ябай ауыл рәссаме  Рифҡәт Алғушаев бер юлы совхоздың рәссам- биҙәүсеһе бурысын да үтәй. Яҙғы сәсеү , урып- һуғыу осоронда,  мәҙәни сараларҙа плакаттар, “Молния”лар, “Боевой листок”тар сығарыу менән бер рәттән, ауылдаштарының һүрәттәрен, ғәилә байрамдарына стенгазеталар ҙа сығарып ҡыуандыра ул.  Кисә килгән ҡунаҡтарҙың  Рифҡәт Алғушаев тураһында иҫтәлектәре менән булешеп, уның шиғырҙарын уҡып ишеттереү, яратып тыңлаған йырҙарын башҡарыу менән бер рәттән уның фотоһүрәттәренән эшләнгән видеотаҫма менән үрелеп бик күңелле үтте. Беҙҙең илһөйәр рухлы шағирыбыҙ Рифҡәт Ғилман улы Ағлушаевтың, үҙе арабыҙҙа булмаһа ла, фәһемеле, зауыҡлы шиғырҙары йәйге селләлә йотлоғоп шишмә һыуын эскән кеүек уҡыла икән, тимәк халыҡ теленән төшмәҫ һәм аҫылташыбыҙ эҙһеҙ юғалмаҫ тигән ышаныс менән   таралды кисәлә ҡатнашыусылар.       

Просмотров: 565 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Август 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz