Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Пятница, 29.03.2024, 16:32
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2017 » Март » 6 » «Йомаҡ – зиһен асҡысы»
07:57
«Йомаҡ – зиһен асҡысы»

        Йомаҡ — халыҡ ижадының иң боронғо һәм иң үҙенсәлекле жанрҙарының береһе. «Йомаҡ» атамаһы башҡорт халҡында йомоу һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни йомаҡ - ул уйҙы йомоп, йәшереп әйткән фекер.

Онотолоп барған йомаҡтар ҡойоүҙы яңынан тергеҙеү маҡсатында Яңы- Ергән ауылы «Ағинәйҙәре» майҙан тоторға, зирәклектә, тапҡырлыҡта көс һынашырға тип, Аҡъяр һәм Иләс ауылы Ағинәйҙәрен «Йомаҡ – зиһен асҡысы» бәйгеһенә саҡырҙы.
       Мәҙәниәт йорто художество етәксеһе Земфира Камил ҡыҙы Тукбаева, ҡунаҡтарҙы таныштырып сыҡҡандан һуң, экология йылы темаһына ҡағылған йомаҡтар ҡойоп, сараны башлап ебәрҙе.
Аҡъяр ауылы « Йомро йомғаҡ», Иләс ауылы «Етегән», Яңы- Ергән ауылы «Аҡ ҡайындар» исеме менән сәләмләнеләр, йырҙар башҡарҙылар. Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы үҙ командаһындағы һәр бер ҡатнашыусыһын да йомаҡ ҡойоп таныштырҙы, Иләстәр «Етегән йондоҙ»- тарихын бәйән итеп, Ҡәҙим Аралбаевтың «Үҙ йондоҙоң» шиғырына ижад ителгән йырҙы башҡарҙы, Яңы- Ергәндәр ҡайын һуты шифаһына, сихәтенә бағышланы.
Сара барышы шуныһы менән үҙенсәлекле булды: йомаҡ бәйгеһе дүрт этапта барҙы.
          Тәүҙә бер команда икенсе командаға йомаҡтар ҡойҙо, ә дөрөҫ яуаптар, бура итеп буралып, баһаланып барҙы.
Башҡорт халҡының кинәйә менән һөйләшергә яратҡанын иҫбатлап, образлы йомаҡтарҙы ҡулланып, ағинәйҙәр төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе сәхнәләштерҙеләр. Аҡъяр ағинәйҙәре «Йомаҡ ауылынан репортаж» күренешендә телгә маһир ауыл инәйҙәрен, Иләстәр үҙҙәре уйлап сығарған «Бай ҡыҙына кейәү эҙләү» әкиәтен, ә инде Яңы-Ергәндәр «Һыу өҫтөндә, һары май», «Ай күрҙе, ҡояш алды» йомаҡтарын "терелтеп" күрһәттеләр . Мәсьәлә - йомаҡтар бәйгеһендә ағинәйҙәребеҙ һаман да йәштәрсә зиһенле, отҡор булыуҙарын иҫбат иттеләр.
        Ергән китапхана хеҙмәткәре тарафынан әҙерләнгән йыл темаһына арналған «Ер - һыу һәм һауа» китап күргәҙмәһе лә, «Ҡулдан килгән мөғжизә» күргәҙмәһендә бөгөнгө көндә бөтә ерҙе баҫып алып барған ҡалдыҡ һауыттарҙан, тоҡтарҙан эшләнгән көндәлек ҡулланыу әйберҙәре, төрлө сувенирҙар, һындар, уйынсыҡтар теҙмәһе лә, «Ҡулың оҫта булһа, һүҙең ҡыҫҡа булыр» мәҡәле аҫтында сағыу ептәрҙән бәйләнгән, тегелгән ҡул эштәре лә сараға матурлыҡ өҫтәне.
        Сараны йомғаҡлап, жюри Аҡъяр ауылы ағинәйҙәренә - «Районыбыҙҙың алтын бөртөктәре», Иләс ауылы ағинәйҙәренә - «Иң зирәктәр», Яңы –Ергән ауылы ағинәйҙәренә «Алтын зиһенле» тигән номинациялар бирҙе , хужабикәләр әҙерләгән бүләктәрҙе тапшырҙылар.
 
   
 
 
 
Просмотров: 583 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Март 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz