Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Пятница, 29.03.2024, 07:59
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2016 » Май » 16 » «Йөрәктән сыҡҡан - йөрәккә еткән » музыкаль - әҙәби кисә
15:17
«Йөрәктән сыҡҡан - йөрәккә еткән » музыкаль - әҙәби кисә

        Иҫәнгилде ауылы элек - электән бағымсылар төйәге булыуы менән дан тотҡан. Ауылды уратып алған хозур тәбиғәт: Ташкүл, Аҡҡош күле ,Йомортҡалы күле ,Зәм-зәм   шишмәһе, Буранбай үҙәге, Ҡара ҡабаҡ буйы быға сәбәпсе түгел микән ?

      Бағымсы, быуын ултыртыусы Байгильдина Нурия инәйебеҙҙе районда ғына түгел, республикала ла белделәр, хөрмәт иттеләр. Ҡулдарының име бар тейҙәр ине уның хаҡында. Шөкөр, данлыҡлы Нурия инәйебеҙҙең изге эшен ҡыҙы Маһира ,ейәнсәрҙәре Миңһылыу һәм Нәсимә дауам итә. Ә инде өшкөрөү, күҙ тейеүҙән ярҙам итеү, бетеү яҙып биреү буйынса Мәғүҙә Мостафа   ҡыҙы Иҫәнгилдинаға мөрәжәғәт итәләр.

         «Һүҙҙәре лә йәнгә дауа» - тип һоҡланыуҙарын, хөрмәт итеүҙәрен йәшермәйҙәр ауыл  халҡы. Күптән түгел Иҫәнгилде ауылы мәҙәниәт йортонда үткән «Йөрәктән сыҡҡан - йөрәккә еткән» семле матур кисә, Иҫәнгилде ауылы бағымсыларына арналды ла инде. Ә төп сәбәпсеһе йәш яҙыусы, шәғирә сығышы менән Баймак районы Йәньегет   ауылы ҡыҙы, Рәзилә Ишбулды ҡыҙы Ырыҫҡужина булды. Яҙыусынын күптән түгел «Күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәр» китабы донья күрҙе. Был китапҡа ингән «Изге фатихалар алып» исемле хикәйәһендә, яҙыусы Иҫәнгилде    ауылы тарихын, хозур тәбиғәтен, изге күңелле халҡын һәм ауылыбыҙҙың данлыҡлы    бағымсыларын һүрәтләгән. Уҡымлы, һутлы һүҙҙәр менән яҙылған был әҫәр, һәр  беребеҙҙең өйөндә урын алырға лайыҡ.

   Сәхнә атур биҙәлгән. «Йөрәктән сыҡҡан - йөрәккә еткән» исемле китап күргәҙмәһе    ойошторолған. Килгән ҡунаҡтарҙы ағинәйҙәр күңелле таҡмаҡтар менән ҡаршы   алдылар. Ҙур алҡыштар менән сәхнә түренә Иҫәнгилде ауылы бағымсыһы Иҫәнгилдина    Мәғүҙә Мостафа ҡыҙы саҡырыла. Тыйнаҡ ҡына йылмайып, бер аҙ уңайһыҙланып Мәғүҙә   инәй сәхнәгә күтәрелде. Һүҙ Мәғүҙә инәйгә бирелә. 

  «Бала сағымдан дин юлы күңелемә бирелде, доғалар өйрәндем, аяттар ятланым, яйлап өшкөрә башланым. Барыһында ҡарарға, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам,  берәүҙелә кире бормайым,» - тине Мәғүҙә инәй ихлас йылмайып. Әйе Мәғүҙә инәйҙең яғымлы карашы, һәр һүҙе тылсым кеүек сирхауҙарҙы дауалай, күңеле китеккә аҡыллы кәңәшен биреп ҡыуандыра.

Был һүҙҙәр авторы Рәзилә Ырыҫҡужинаны ла сәхнә түренә алҡыштарға күмеп ҡаршы  алды тамашасылар. Йәш яҙыусы үҙе менән таныштырып үтте. БДУ - ның Журналистика бүлеген уңышлы тамамлай, 2002 йылдан Башҡортостан һәм  Рәсәй Журналистар Союзы ағзаһы. 

       2011 йылда З. Биишева исемендәге Китап нәшриәтендә «Эй әттәгенәһе!» исемле тәүге китабы донья күрһә, 2012 йылда үҙнәшер менән «Минән һеҙгә ней кәрәк» юмористик хикәйәләр йыйынтығы сыға. 

         2015 йылда «Күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәр» повесы Башҡортостан Башлығы Грантының дәртләндереү призына лайыҡ була. 

         Күңелле һәм фәһемле аралашыу дауам итте. Иҫәнгилде ауылына нисек тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуын, ауылдың бай тарихы менән танышыуын, бағымсылар; Мәғүҙә инәй, Маһира апай, Нәсимә һылыу менән яҡындан аралашкандан һуң китап яҙыу теләге  тыуыуын бәйән итте, Иҫәнгилде ауылының бай тарихына күҙ һалып, китап тураһында фекер алышып, залдан бирелгән һорауҙарға яуап бирҙе шәғирә. 

       Кисәне Гөлсәсәк Аҡылова һәм Зөһрә Йыһаншина йәнле итеп алып барҙылар. Артабан кисәне ауылыбыҙҙың һандуғасы Гөлфиә Хәләфетдинова башкарыуында   Рәзилә Ырыҫҡужина һүҙҙәренә ,Азат Искужин көйөнә яҙылған йырҙар дауам итте.  Ҡунаҡтарҙы тәбрикләп сәсәниә Сафия Хәләфетдинова мөнәжәт, «Дарман» фольклор коллективы, Гөлсәсәк Аҡылова, Нәсимә Шайморатова йырҙар менән сығыш яһанылар.

    Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Сынбулатова Аксана Хәлим ҡыҙы үҙенең сығышында яҙыусы Рәзилә Ишбулды ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, ижади уңыштар, яңынан - яңы әҫәрҙәр яҙыуын теләне. 

         Рәзилә Ишбулды ҡыҙы барыһынала ихлас рәхмәт әйтеп, автографтар таратты. Кисә  тамамланғандан һуң да тамашасылар таралырға ашыҡманылар, күңелле әңгәмә дауам  итте. Шағирәне уратып алып ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирҙеләр, бергә фото төштөләр.  Шиғыр китабы сығыуын һоранылар. Тамашасылар, күренекле шағирә Рәзилә Ырыҫкужина менән таныштырып, матур  кисә ойошторғаны өсөн, Гөлфиә Ҡыямитдин ҡыҙы Хәләфетдиноваға, айырыуса ҙур  рәхмәт белдерә. Бындай осрашыуҙар тағы булып торор тигән теләктәрҙә ҡалабыҙ.

 

Просмотров: 754 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Май 2016  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz