Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Четверг, 28.03.2024, 23:07
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2014 » Октябрь » 28 » «Ижад тамырҙары тыуған ерҙә”
09:31
«Ижад тамырҙары тыуған ерҙә”

«Ижад тамырҙары тыуған ерҙә” Быуындан быуынға ололарҙың йор, тапҡыр һүҙҙәренә, аҡыллы кәңәштәренә ҡолаҡ һалған кешеләрҙең юлдары һәм эштәре уң булған, изге һәм хөрмәтле булған. Һәр нәмәнең үҙ мәле, тигәндәй, аҡһаҡалдар барса халыҡҡа, киләсәк быуынға  аманаттарын васыят итеп ҡалдырғандар. Был беҙҙең халҡыбыҙҙың йыр көйҙәрендә, тарихи хәтерендә сағыла. Халҡыбыҙҙың ғәжәйеп һүҙ сәнғәтен ҡобайырҙарын, әйтештәрен,  тарихи йырҙарын, әйтемдәрен, һамаҡтарын тыуҙырыусы һәм халыҡҡа, еткереүсе сәсәниәбеҙ Фәниә Сәлих ҡыҙының ижади емештәре, сығыштары  барса кешеләрҙең күңелен яҡтырта, рухына көс ,ҡеүәт өҫтәй. Йәнтеш ауылы мәҙәниәт усағында мәҙәниәт менән яҙмыштарын бәйләгән Башҡортостан  республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Фәниә Арсланова һәм тамашасыларҙы матур матур спектаклдәре менән ҡыуандырған ауыл   мәҙәниәт йорто директоры Лена Ультраковалар арналған байрам  кисәһе гөрләп үтте. Йәш бәйгеселәргә фатиха биреп, «Урал батыр» эпосын тәү  башлап ҙур сәхнәгә сығарыусы, сәсәниә ,“Ете ҡыҙ матурлыҡ һәм “Арҡайым” этно фольклор студиялары етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған  мәҙәниәт хеҙмәткәре, Асия Ғәйнуллинаға һәм ҡурай моңо менән йөрәктәрҙе тетрәткән, ҡурайҙа уйнау үҙенсәлектәрен һаҡлап, уны киләсәк быуынға  пропагандалаған оҫталарҙың береһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Юнысовҡа арналған бик матур кисәне Әбеш ауылы  халҡы ҙур ҡыуаныс менән һәм алҡыштар менән ҡаршы алды. Районыбыҙҙа барған «Ижад тамырҙары тыуған ерҙә» исемле промоакция сиктәрендә  Йәнтеш, Әбеш ауылдарында үткән кисәләрбеҙ геройҙары ла тап улар булды. Шулай хеҙмәттәре аша матур ғөрөф ғәҙәттәребеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы  юғалтмауҙа, уны күҙ ҡараһылай һаҡлауҙа уларҙың көсө баһалап бөткөһөҙ. Кисәлә ҡатнашыусылар рухи күтәренкелек, зур ҡәнәғәтләнеү белдереп  таралыштылар. 

 

 


 

Просмотров: 560 | Добавил: Альфир | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Октябрь 2014  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz