Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | Регистрация | Вход
 
«6+» Воскресенье, 19.11.2017, 13:17
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 81
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2017 » Май » 23 » Илһам даръяһы
12:32
Илһам даръяһы

 Күңелендә шиғыр осҡоно йөрөтөүселәр күп арабыҙҙа. Кемдер донъя гүзәллегенә һоҡланыуын, кемдер шатлығын йә хәсрәт, аһ-зарын, кемдер мөхәббәтен аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә. “Дуҫлыҡ бүлешкәндән генә арта”, - тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим. Илһам да бүлешкәндән ишәйә. Шиғри йәнле кешеләребеҙ күберәк булған һайын, донъябыҙ йәмлерәк, йәшәйешебеҙ ҙә ғәмлерәк була бара.

Яҙышҡан бөтә кеше лә яҙыусы, шағир булып китә алмай, әммә ошо әҙәбиәт даръяһының бер тамсыһына әйләнә, уға хеҙмәт итә.

22 май үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлегендә хәйбулланың һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәре “Аҫылташ” әҙәби-ижад берекмәһе кәңәшмәгә йыйылды. Кәңәшмәлә артабан ижади эште әүҙемләштереү, киләсәктә йәш быуын яҙыусыларын йәлеп итеү, файҙалы эштәр башҡарыу тигән аныҡ маҡсат ҡуйылды һәм киләһе осрашыуҙы райондың бер ауылында үткәрергә һөйләшелде.

Әҙәби кәңәшмәлә районыбыҙҙың иң әүҙем һәүәҫкәр яҙыусыларының береһе Һамар ауылынан Вәсил Фазылйән улы Һөйөндөков та ҡатнашты. Ул үҙенең ижади шәлкемдәре, китаптары менән “Ерен йәмләр аҫылташ” күргәҙмәһе аша таныштырып үтте һәм “Мәңге шулай бергә булайыҡ” тигән дүртенсе китабын китапханаға бүләк итте. Вәсил Һөйөндөков, ғүмере буйы ветеренария табибы булып эшләгән кеше ошо һөнәргә ҡағылышлы материалдары, кәңәштәре ауыл кешеһе өсөн бик файҙалы, фәһемле. Тәбиғәткә ҡарата кешеләрҙең битараф мөнәсәбәтен тәңҡитләп яҙған мәҡәләләре райондаштарыбыҙҙы уйға һалмай ҡалмайҙыр. Тынғыһыҙ Вәсил ағай һаман да ялҡынланып ижад итеү өҫтөндә.

Артабан күңелдәрендә һәр ваҡыт шиғыр осҡоно йөрөтөүсе “Өмөт йәшәтә”, “Ниндәй моң был!?” йыйынтыҡтарын сығарыусы Аҡъяр ауылынан Зилиә Ишкилде ҡыҙы Ҡужабекова, Федоровка ауылынан Миңһылыу Сәмиғулла ҡыҙы Әминева, Быҙаулыҡтан Ләлә Шәрифйән ҡыҙы Байғужиналар үҙҙәренең ижади емештәре менән таныштырҙы. Йәмәғәт хәбәрсеһе Вәсил Һөйөндөков уларға урынлы кәңәштәреп биреп үтте.

Яҙышырға йөрьәт иттеңме, тырыш, өйрән, ташлама, сөнки уңыш уңғандарға ғына эйәрә. Шуныһы мөһим: бер-беребеҙгә тоғро була белгән кеүек, шиғриәткә лә тоғролоҡ һаҡлау кәрәклеген бер ҡасан да оноторға ярамай. Күңелдәрҙә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен, ҡәләмебеҙ үткер, фекеребеҙ тос булһын. Бер-беребеҙҙе байытҡан, күңел ҡылдарын сирткән ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булһын тигән өмөт менән таралышты һәүәҫкәр ҡәләм тирбәтеүселәребеҙ.

       

Просмотров: 39 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Май 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2017Конструктор сайтов - uCoz