Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Вторник, 23.04.2024, 14:58
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2015 » Август » 28 » Әҙәби-музыкаль кисә “Мин үҙеммен һаман”
14:28
Әҙәби-музыкаль кисә “Мин үҙеммен һаман”

      Әҙәбиәт йылы айҡанлы   һәм районыбыҙҙың 85 йыллыҡ юбилейына арналған районыбыҙҙа “Хәйбулланың көмөш ынйылары”  исемле әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү промо-акцияһы дауам итә.

27 август Мәмбәт моделле ауыл китапханаһында күренекле яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясованың ижадына бағышланған “Мин үҙеммен һаман” исемле әҙәби-музыкаль кисә уҙғарылды.

 Кисәгә Йомабикә Ильясованың ижадын хөрмәт итеүселәр,  “Ағинәйҙәр” ҡоро, ауылдың  ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы вәкилдәре, уҡытыусылар, үҫеп килеүсе  быуын, ғөмүмән әҙәбиәт һөйөүсе  ауыл халҡы  йыйылды.  Район хакимиәте башлығының социаль мәсъәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина районыбыҙҙың ғорурлығы - Йомабикә Ильясованы тәбрикләп, йыл айҡанлы районыбыҙҙа уҙғарылған әҙәби кисәләрҙең мөһимлеген билдәләп үтте,  һәм шағирәгә тыуған районға булған һөйөүе, тоғролоғо, уның именлеге хаҡында хәстәр күрһәткәне өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.

Яҡташыбыҙҙың “Яуа-яуа алтын япраҡтар”, “Серле төн”, “Һарғайма, йәй”, “Ҡабырсаҡта”, “”Бәхет эргәһендә”, “Елгә ҡаршы”, “Мин үҙеммен һаман” исемле йыйынтыҡтары киң билдәле.  Кисә барышында шағирәнең бөтә ҡатламдарға ла аңлашылыр ябайлығы һәм тәрәнлеге, ихласлығы менән күңелгә ятышлы, нурлы ла, ҡиммәтле лә, ерлекле лә, ҡөҙрәтле лә “Башҡортостан”, “Мин ҡатын-ҡыҙ”, “Тыуған ауылым”, “Ҡурай” һ.б. шиғырҙары Диана Биишева, Алһыу Ноғоманова, Нәфиә Кәипова, Зәкиә Кадаева башҡарыуында яңғырауы  тамашасыларға,  шиғриәт һөйөүселәргә ҙур бүләк булды.  Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең сағыу йыр, бейеүҙәре, видео-таҫма менән үрелеп барыуы  кисәгә  йәм өҫтәне.

Шағирә, ҡатын-ҡыҙ, дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән Йомабикә Ильясова үҙенең сығышында бөгөнгө хәстәрҙәре, киләһе көндәргә маҡсаттары, ижады  менән таныштырып, ошондай әҙәби осрашыуҙар халыҡтың рухи ҡиммәттәрен, берҙәмлеген  үҫтереүгә булышлыҡ итеүен билдәләп үтте. Йәнде юл япрағы ише дауалар “Дала”, “Көҙгө япраҡ”, “Башҡорт атлылары”, “Ҡараңғынан, әллә яҡтынанмы”, “Ҡыҙыма” һәм башҡа   шиғырҙарын уҡып ишеттереүе тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.

Кисә башҡорт шиғриәтенең, районыбыҙҙың ғорурлығы булған, иле, халҡы өсөн фиҙакәр хеҙмәт иткән шағирә Йомабикә Ильясоваға бәхетле ғүмер, ижад ҡомарының ҡайнарлығын, яңынан-яңы ижад емештәре менән үҙенең халҡын кыуандырып торһон тигән теләк менән тамамланды. 

                                                        

Просмотров: 774 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Август 2015  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz