Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | Регистрация | Вход
 
«6+» Воскресенье, 20.08.2017, 05:05
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 79
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2016 » Ноябрь » 30 » Әҙәби-музыкаль кисә “Йәнен бүлеп биргән әсә икән”
14:06
Әҙәби-музыкаль кисә “Йәнен бүлеп биргән әсә икән”

          Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған- яҡты өйрәнеү бүлеге  «Ағинәйҙәр» клубы менән берлектә иң яҡты байрамдарҙың береһе Әсә көнөнә арналған “Йәнен бүлеп биргән әсә икән” исемле әҙәби-музыкаль кисә үткәрҙе. Осрашыуҙың маҡсаты иң бөйөк  кеше Әсәгә сикһеҙ хөрмәтебеҙҙе белдереү, яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән, күңел  матурлығын  юғалтмай,       тирә-яҡтағыларға тик изге тойғолар ғына уятып, балаларына оло терәк булып, бөгөнгө көндә лә йәмғиәт эшендә әүҙем ҡатнашып йәшәгән  «Ағинәйҙәр»ебеҙҙе үрнәк итеп ҡуйҙыҡ.

           Сараға йәм өҫтәп Мәрсель Сәлимовтың “Ҡоҙаса” шиғырын Лира Такалова менән Нәжиә Асҡарова сәхнәләштереп күрһәтте. Фәнис Атанов байрам бүләге итеп ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәренә теҙмә башҡарҙы. Нәжиә Асҡарова “Шаян еңгә” бейеүе менән күңелебеҙҙе күтәрҙе. «Әсәйҙәр – донъя йәме» китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

       Хәҙерге етеш тормошта ғәиләһенә, балаларына, өй эсендә әсәй йылылығы булдырыуҙан ситләшкән, тәртибен күҙ уңынан ысҡындырған әсәйҙәр ҙә саҡырылды. Уларға «Ағинәйҙәр»ебеҙҙең һәр-береһе үҙҙәренең өлгөлө ғаиләләре тураһында һөйләп, оҫталыҡ һөнәрҙәрен күрһәттеләр.      Сәскәгә балҡып, күкрәп үҫер өсөн ҡояш кәрәк.Ә әсәйһеҙ бер генә сабый ҙа бәхетле була алмай. Ҡанаттары ҡайырылған әсәйҙәргә йәшәү дәрте өҫтәп, ошо үткәрелгән саранан фәһем алып,  тормоштоң, ғаиләләренең ҡәҙерен белеп ыңғай юлға баҫырҙар, ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенә һаланған бурысты лайыҡлы атҡарып сығырҙар тип өмөтләнеп байрамыбыҙ тәмле сәй янында  дауам итте. 

 

    

Просмотров: 57 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Ноябрь 2016  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2017Конструктор сайтов - uCoz