Быйыл иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы сиктәрендә Мәмбәт ауыл моделле китапханаһы китап һөйөүселәрҙе «Ауылыбыҙҙың ете мөғжизәһе» исемле виртуаль сәйәхәткә саҡырҙы.
Хикмәтле һан – ете һаны. Күктә ете йондоҙ, ерҙә ете мәғдән, аҙнаның ете көнө, моңдоң ете өнө, ете мөғжизә. Мәмбәт ауылының ете мөғжизәһе булып һыналған, ата-бабаларҙан һаҡланып ҡалған «Шәжәрә китабы», Мәмбәт ауылы мәктәбе музейында һаҡланған Ғәбит батыр һөңгөһө, ауылдың тағы ла бер мөғжизәһе, Маҡар йылғаһы буйында урынлашҡан - Таш мәсеттәр, ауылдың киләһе мөғжизәһе – иң бейек тау – Айғыртау, Туржы буйы, «Степан күле»,”Степан ташы”, Татыр ерҙәренең тарихы, легендалары, тәбиғәт ҡомартҡылары, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән файҙалы һәм шифалы үҫемлектәре, дауалау, һөлөк һалыу серҙәре менән Мәмбәтова Рәсилә апай, Солтанова Вәсимә апай, Йәмгурова Кәмилә апайҙар мауыҡтырғыс итеп таныштырып үтһәләр, Әминева Миңһылыу һөлөк һалыу серҙәре менән таныштырып үтте.
Кисә ҡыҙҙар башҡарыуында «Ҡымыҙ бейеүе», «Туржы ынйылыры» фольклор ансамбле башҡарған таҡмаҡтар, китапханасы Мәмбәтова Вәсилә тарафынан эшләнгән китап,шифалы һәм файҙалы емеш- еләктәр, үҫемлектәр күргәҙмәләре, буктрейлер, слайдтар менән үрелеп барып, тамашасылар күңеленә хуш килде.
|