Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Суббота, 20.04.2024, 08:02
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2017 » Январь » 10 » «Аяҡ баҫһын Әтәс йылы бәхет нурҙары менән!»
10:02
«Аяҡ баҫһын Әтәс йылы бәхет нурҙары менән!»

         Яңы йыл ҡайҙа, ҡасан килә? Ошо һорауға яуап эҙләп үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре 5 ғинуар хеҙмәт ветерандары өсөн «Аяҡ баҫһын Әтәс йылы бәхет нурҙары менән!» исемле ял кисәһе ойошторҙо.

Һәр илдең үҙенең тылсымлы Яңы йыл килтереүсеһе бар. Беҙҙә уны Ҡыш бабай алып килә. Ә бына Америкала – Санта-Клаус. Үзбәк халҡында түбәтәй кейгән Ҡар баба, молдавандарҙа Ҡаракүл бүрекле Мош Джерилэ бүләк һәм күстәнәстәр тарата. Баббо Натале – итальяндарҙың Ҡыш бабайы. Италияла, Яңы йылды иҫкенән ҡотолоп ҡаршы алырға кәрәк, тип  иҫәпләйҙәр.

       Төрлө илдә был байрам төрлө ваҡытта үткәрелә. Мәҫәлән, Афғанстанда ул баҫыу эштәре башланғас тыуа. Һиндостанда ноябрь айында Йылан көнө тип байрам ителә.  Рәсәйҙә Петр I указы буйынса Яңы йыл 1 ғинуарҙа 1700 йылда байрам ителә башлай. Ошондай ҡыҙыҡлы тарихи мәғлүмәттәр менән ял итеүселәрҙе таныштырып  үттек. Шулай уҡ мәҡәлдәр, ырымдар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөп Әтәс йылы матур, уңышлы йыл буласаҡ тип иҫбатланылар. Йыл ялҡауҙарҙы яратмай, бер туҡтауһыҙ эҙләнгән, тырышҡандарға уңыш йылмаясаҡ.

      Кисә барышында  халыҡ уйындарын уйнап, йырҙарын йырлап кәйефтәрен күтәрҙеләр. Был үткәрелгән саранан хеҙмәт ветерандары  рух күтәренкелегендә, йылыбыҙҙың бәрәкәтле, хәйерле яңылыҡтарға мул,  атасаҡ таңдарыбыҙҙың яҡты булыуын теләп изге ниәттә таралыштылар.

 

Просмотров: 820 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Январь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz