Централизованная библиотечная система Хайбуллинского района Республики Башкортостан
Главная | | Регистрация | Вход
 
«6+» Четверг, 28.03.2024, 17:16
Приветствую Вас Гость | RSS
javascript://
Год экологии

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 83
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа
Страница ВКонтакте
Группа ВКонтакте
Главная » 2017 » Март » 21 » “Аҡһаҡалдар һүҙенә ҡолаҡ һалайыҡ”
14:46
“Аҡһаҡалдар һүҙенә ҡолаҡ һалайыҡ”

20 март Антингән ауылы китапханаһы тарафынан “Аҡһаҡалдар һүҙенә ҡолаҡ һалайыҡ” исемле түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Был сараға ауылдың күркәм сифатлы, йәшәйеше менән дә, эшләгән эштәре менән дә өлгө булырҙай, бай тормош тәжрибәһе булған аҡһаҡалдар саҡырылды.

Башҡорт халҡы элек – электән оло йыйындар уҙғарып, килеп сыҡҡан проблемаларҙы үҙ- ара кәңәшләшеп хәл итергә тырышҡан, уртаға һалып кәңәшләшеп эшләй торған булған. Аҡһаҡалдар тәү сиратта халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен, йола һәм ғөрөф – ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыуҙа оло ярҙамсы булырға тейеш. Бөгөн оло быуын кешеләре алдында бурыс килеп баҫты: йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итеү, уларға тарихыбыҙ, тыуған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ тураһында түкмәй- сәсмәй еткереү.

Ошоларҙы иҫәпкә алып Антингән китапханаһы эргәһендә аҡһаҡалдар хәрәкәте тергеҙелде. Уның етәксеһе итеп Шарипов Шәгигәле һайланһа, уның ағзалары булып ветеран –уҡытыусы, эшләгән эштәре менән өлгө булырҙай, бай тормош тәжрибәһе булған Ибрагимов Сәйфетдин Сәйфимөлөк улы, ауылдаштарыбыҙҙы иманға өндәп, үҙе лә иманлы йәшәү өлгөһө алып барған Дәүләтҡолов Сәлимйән Мотаһар улы, әҙәпле, йәшенә лә, олоһона ла ихтирамлы, иғтибарлы, кешелекле һәм кеселекле, түҙемле, оло йөрәкле Азаматов Ишберҙе, Игебаев Абдулвахит Насретдинов Шамил һайланды.

2017 йыл Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Тәбиғи мираҫты һаҡлап ҡалыу йылына ҡарата аҡһаҡалдар тәү сиратта ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, йәштәр менән берлектә шишмәләрҙе, йылғалырыбыҙҙы таҙартырға, өмәләр үткәрергә, боронғо йолаларҙың береһе “Кәкүк сәйен “ үткәтергә кәңәш иттеләр. Ауылыбыҙҙа эш башлаясаҡ аҡһаҡалдарға ағинәйҙәр хәрәкәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән үҙ-ара килешеп, ойошҡанлыҡ рәүештә эшләү һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү өсөн яуаплы һәм етди бурыс ята.

Йәш быуынға халҡыбыҙҙың ҡиммәтле ҡомартҡыларын тапшырыр ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар булғанда, киләсәк быуынға илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙә, телебеҙ тураһында хәстәрлек күрелә икән, тимәк милләтебеҙ, ауылыбыҙ артабан да үҙ- үҙен һаҡлап ҡаласаҡ.

Просмотров: 356 | Добавил: hra300998 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Год экологии

Поиск
Календарь
«  Март 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031
Архив записей
Полезные сайты
  • Управление культуры
  • Хайбуллинский ИКМ
  • Хайбуллинский РДК
  • Министерство культуры РФ
  • Министерство культуры РБ
  • Народное творчество России
  • ГУК РЦНТ РБ
  • Культурный мир РБ
  • Наследие России
    Загрузить Adobe Flash Player
    Погода

    Copyright MyCorp © 2024Конструктор сайтов - uCoz