30 ғинуар көнө Байғусҡар ауылы китапханаһында «Ағинәйҙәр” клубының сираттағы ултырышы үткәрелде. «Ағинәйҙәр” клубы башҡорт халыҡ йолаларын тергеҙҙеләр. Ҡул эштәре күргәҙмәһе өсөн үҙҙәре һуҡҡан кейеҙҙән әйберҙәр эшләнде. Биҙәктәр һалып ултырғыс өсөн түшәктәр, балалар өсөн еңһеҙ кейем, сарыҡ, мунсала кейеү өсөн ҡалпаҡ әҙерләнде.